Өфөлә Агросәнәғәт форумы һәм «АгроКомплекс» күргәҙмәһе асылды18.03.2025
Фото: Олег Яровиков

Өфөлә Агросәнәғәт форумы һәм «АгроКомплекс» күргәҙмәһе асылды

Бөгөн, 18 мартта, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров агросәнәғәт форумын һәм 35-се «АгроКомплекс» халыҡ-ара күргәҙмәһен асыу тантанаһында ҡатнашты. Был саралар Өфөнөң «Экспо» күргәҙмә комплексында бара. 


«Күргәҙмәлә ҡатнашыусылар яңы партнерҙар табыр, тәжрибә уртаҡлашыр тип ышанабыҙ. Барыһына ла уңыштар теләйем, ҡатмарлы осор беҙҙән сағыу, стандарт булмаған ҡарарҙар талап итә. Беҙҙең барыһы ла килеп сығыр», – тип билдәләне республика етәксеһе.


Күргәҙмәлә Рәсәйҙең 40 төбәгенән, шулай уҡ Белоруссиянан, Ҡаҙағстандан һәм Сенегалдан 380 компания ҡатнаша.


Радий Хәбиров шулай уҡ яңы техника менән танышты һәм күргәҙмәлә ҡатнашыусылар менән аралашты.


Урам экспозицияһында ул «Кировец» тракторҙарын ҡараны. Республиканың аграр секторында «Кировец»тар ҙур һорау менән файҙалана, төбәктең ауыл хужалығы етештереүселәрендә улар 1000-дән ашыу берәмек иҫәпләнә.


«Ростсельмаш» компанияһы вәкилдәре республика аграрийҙарына төрлө техника һәм ҡорамалдар тәҡдим итеүҙәре хаҡында һөйләне: иген һәм мал аҙығы йыйыу комбайндары, сапҡыстар, тракторҙар, мал аҙығы әҙерләү техникаһы, һиптергестәр һәм башҡалар.


Башҡортостандың «Башагромаш» ауыл хужалығы техникаһын етештереүсе «Агрокомплекс – 2025» күргәҙмәһендә КС100 «Сулпан» үҙйөрөшлө сапҡыс менән таныштырҙы. Ауыл хужалығы машиналары тулыһынса республикабыҙҙа ҡоролған. Ә улар өсөн двигателдәрҙе Минск моторҙар заводында эшләйҙәр.


Башҡортостан Башлығы шулай уҡ минераль ашламалар баҙарында эшләгән компаниялар стендтары менән танышты, унда тәьмин итеүселәр менән хаҡ сәйәсәте мәсьәләләрен тикшерҙе.


Быйылғы күргәҙмәлә уҙған йылға ҡарағанда Рәсәй техникаһы күберәк. Уның исемлеге лә киңәйҙе. Күп предприятиелар производстволарҙы үҫтереү өсөн дәүләт ярҙамы сараларын әүҙем ҡуллана, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.


«АгроКомлекс» күргәҙмәһендә Башҡортостандың ауыл хужалығы техникаһы етештергән предприятиелары йылдан-йыл күбәйә бара.  Стәрлетамаҡта үҙйөрөшлө сапҡыс сығаралар, Ҡырмыҫҡалы районында яңы тракторҙар йыя башланылар. Башҡортостан оҫталарға бай. Ә беҙҙең бурыс бик ябай. Республика яғынан берлектә финанслау иҫәбенә аграрийҙарға яңы техника һатып алырға ярҙам итеү. Аграрийҙар алдында аҙ ғына бурысыбыҙ бар. Бер-ике йыл эсендә уны ҡапларбыҙ. Беҙ ошо ярҙам сараһын артабан да бойомға ашырыуҙы дауам итәбеҙ», - тип яуап бирҙе Радий Хәбиров «Башинформ» хәбәрсеһенең һорауына.


https://www.bashinform.ru/news/economy/2025-03-18/v-ufe-otkrylis-agropromyshlennyy-forum-i-vystavka-agrokompleks-4161446



Вернуться назад