Башҡортостанда 2025 йылға йорттарҙы капиталь ремонтлау планы төҙөлдө17.03.2025
Фото: Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы

Башҡортостанда 2025 йылға йорттарҙы капиталь ремонтлау планы төҙөлдө

Башҡортостанда 2025 йылға йорттарҙы капиталь ремонтлау планы әҙерләнде, тип хәбәр итә республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы. Эштәр исемлеге милек хужаларынан иғәнәләр йыйыу кимәлен иҫәпкә алып төҙөлгән. Документҡа ярашлы, 600 күп фатирлы йортта дөйөм суммаһы 5 миллиард һумға ремонттың 653 төрөн башҡарыу планлаштырыла.


Эштәр исемлегендә – 222 йорттоң ҡыйығын, 47 йорттоң фасадын ремонтлау, 30 күп фатирлы йортта һыу менән тәьмин итеү һәм һыу бүлеү системаларын төҙөкләндереү. Ә 41 йортта – электр тәьминәтен, 17-һендә газ тәьминәтен яңыртыу, 21 күп фатирлы йортта сарҙаҡты йылытыу планлаштырыла. Шулай уҡ 231 торлаҡ йортта 620 лифтты алмаштырырға йыйыналар.


Йортта ҡасан капиталь ремонт планлаштырылыуын Капиталь ремонт фонды сайтындағы «Үҙ йортоңдо тап» бүлегендә белергә мөмкин.


Хәбәр иткәнебеҙсә, Башҡортостанда йорттарҙы капиталь ремонтлауға бюджет ярҙамы үҙгәрә.


https://www.bashinform.ru/news/economy/2025-03-17/v-bashkirii-sformirovan-plan-kapremonta-domov-na-2025-god-4160116



Вернуться назад