“Бүздәк агросервисы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте алдынғылыҡты бирмәй. Директор Мөхәмәт Нурғәлиев хужалыҡ тураһында һөйләй.
– Әлбиттә, төп көс – хеҙмәткәрҙәрем, һәммәһенең дә ҡулы оҫта, техникаға барымы бар. Фидрат Ямалетдинов – иретеп йәбештереүсе, ул үҙенең янына Евгений Овод, Андрей Геримадзе һәм Эдуард Халиҡовты алды. Алмаш үҫеп килә, тимәк. Роберт Ғилванов менән Владимир Николаев – водителдәр. Шулай уҡ Фидрат Насибуллин,
Тәлғәт Ялалов, Альберт Дәүләтбаев кеүек тырыштар эргәмдә булғанда күңелем тыныс.
Беҙҙә эшселәр өсөн һәр яҡлап та шарттар тыуҙырылған. Үҙебеҙҙең ашханабыҙға икенсе ғүмер биреп оттоҡ. Ашнаҡсылар тәмле итеп аш-һыу әҙерләй, өҫтәүенә беҙҙә туҡланыу күпкә арзан. Дөйөм ятағыбыҙ тураһында ла әйтмәү мөмкин түгел: кемдең йәшәргә урыны юҡ, рәхим итһендәр! Вахта ысулы менән эшкә йөрөүселәр ҙә бар.
Яңыраҡ двигателдәрҙе һүтеп йыйыу цехы асылды. Йәшермәйем, уны күптән көттөк, бында бөтә эш тә автоматлаштырылған. Минеңсә, хәҙер ҡул көсө ҡулланыу урынына белемде нығыраҡ эшкә егергә кәрәк. Бүздәктәрҙән генә түгел, ә күрше райондарҙан да заявкалар ҡабул итәбеҙ.
Агросервиста бөтәһе лә ал да гөл тиеү бик үк килешеп тә бөтмәй. Слесарь һәм мотористар кәрәк беҙгә. Иң мөһиме – эш хаҡы ваҡытында түләнә, дәртләндереү саралары ла ҡаралған.
Илдар АҠЪЮЛОВ
Бүздәк районы.