Республикала ислам банкингы буйынса экспериментты оҙайтыуҙары ихтимал13.03.2025
Фото: «Башинформ» агентлығы архивы

Республикала ислам банкингы буйынса экспериментты оҙайтыуҙары ихтимал

Дәүләт Думаһы депутаттары һәм сенаторҙар төркөмө парламент ҡарауына партнерлыҡ финанслауы (ислам банкингы) буйынса экспериментты тағы өс йылға, йәғни 2028 йылдың 1 сентябренә тиклем оҙайтыуҙы тәҡдим иткән закон проектын индергән. Документ Дәүләт Думаһының финанс баҙары буйынса комитетына ебәрелгән.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, партнерлыҡ финанслауы буйынса эксперимент 2023 йылдың сентябрендә Башҡортостан, Татарстан, Дағстан, Чечен Республикаһы биләмәләрендә ғәмәлгә ашырыла башланы. Уның ваҡыты 2025 йылдың 1 сентябрендә тамамлана. Эксперименттың бурысы финанслауҙың яңы моделенә һорауҙы баһалау, уны үҫтереү өсөн шарттар булдырыу ине. Ислам банкингының асылы процент килеменән баш тартыуға нигеҙләнә. Банктарға инвестициялар килем килтерергә тейеш, әммә алкоголь һәм тәмәке етештереү, уйын бизнесы һәм башҡа өлкәләргә аҡса һалыу тыйыла.


Эксперимент ваҡытын оҙайтыуҙан тыш, закон проекты мөлкәт мәнфәғәттәрен страховкалау, юридик һәм физик шәхестәрҙең банк иҫәптәрен асыу, аҡса күсереү һәм башҡалар иҫәбенә уның ҡатнашыусылары өсөн операциялар исемлеген киңәйтеүҙе күҙ уңында тота.


Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостандағы эксперименттың беренсе һөҙөмтәләре тураһында яҙғайны.


https://www.bashinform.ru/news/economy/2025-03-13/v-bashkirii-mogut-prodlit-eksperiment-po-islamskomu-bankingu-4155986



Вернуться назад