Республикала йәшәүселәр иң әүҙем сәйәхәтселәр исемлегенә инде12.03.2025

Республикала йәшәүселәр иң әүҙем сәйәхәтселәр исемлегенә инде

«Авито» платформаһының номерҙарға бронь һалыу мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостан февраль йомғаҡтары буйынса әүҙем сәйәхәт иткән ун төбәк исемлегендә 6-сы урынды биләй. Республика күрше Свердловск, Силәбе өлкәләре һәм Татарстан менән бер рәттән 3% өлөш алды.


Башҡортостанда торлаҡты тәүлек әйләнәһенә ҡуртымға алыу өсөн иң «бюджет» ставкаларының береһе теркәлгән. Фатирҙың уртаса ҡуртым хаҡы – 2,5 мең һум. Ә ҡаланан ситтәге йорт тәүлегенә 8,2 мең һум тора.


Уҙған йылдың февраленән тәүлек әйләнәһенә ҡуртымға тапшырылған торлаҡҡа һорау – 66%, ә тәҡдим 33% артҡан.


Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта уртаса хаҡ 4,8 мең һәм 3,2 мең һум тәшкил иткән. Краснодар крайында – 3,2 мең һум.


Хәбәр иткәнебеҙсә, Өфөлә фатирҙарҙы оҙайлы ваҡытҡа ҡуртымға биреү тәҡдимдәре 37% күберәк.


https://www.bashinform.ru/news/economy/2025-03-12/zhiteli-bashkirii-voshli-v-top-samyh-aktivnyh-puteshestvennikov-4154309



Вернуться назад