Башҡортостан буйынса Росреестр хужалыҡ ҡаралтыларына һалым индереүҙе кире ҡаҡты11.03.2025

Башҡортостан буйынса Росреестр хужалыҡ ҡаралтыларына һалым индереүҙе кире ҡаҡты

Росреестр ҡайһы бер киң мәғлүмәт сараларында баҫылған 2025 йылдың 1 мартынан Рәсәйҙә дача участкаларында урынлашҡан айырым капиталь ҡаралтыларға: йортҡа, мунсаға, гаражға һәм башҡаларға мотлаҡ һалым индерелеүе тураһында хәбәрҙәрҙе кире ҡаҡты. Йәнәһе лә капиталь нигеҙле объекттарҙы Росреестрҙа теркәргә кәрәк, юғиһә Федераль һалым хеҙмәте декларация биреүҙән баш тартҡан өсөн һалым һәм штраф тәғәйенләй.


«...Хәбәрҙәр ысынбарлыҡҡа тап килмәй», — тип белдерҙеләр Росреестрҙа.


«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 2025 йылдың 1 мартынан ике федераль закон үҙ көсөнә инде, уларҙың береһе шәхси торлаҡ төҙөлөшө һәм баҡсасылыҡ өсөн бирелгән ер участкаларын үҙләштереүгә ҡағыла. Икенсе закон «төҙөнөң – рәсмиләштер» принцибын ғәмәлгә индерә, уға ярашлы төҙөлгән биналарҙы уларға хоҡуҡ алғандан һуң ғына файҙаланырға мөмкин.


«Был федераль закондар капиталь төҙөлөш объекттарына ҡарата яңы һалымдар, шулай уҡ яңы яуаплылыҡ төрҙәрен йәки ер участкаларын файҙаланмаған өсөн штрафтар индереүҙе күҙ уңында тотмай. Хужалыҡ ҡаралтыларына һалым тәртибе Һалым кодексында күптән билдәләнде һәм үҙгәрешһеҙ ҡала», — тип тиелә ведомство белдереүендә.


https://www.bashinform.ru/news/economy/2025-03-11/reestr-po-bashkirii-oproverg-vvedenie-naloga-na-hozpostroyki-4152908



Вернуться назад