Башҡортостанда МХО яугирҙәре бизнес өсөн льготалы кредит алырға мөмкин11.03.2025

Башҡортостанда МХО яугирҙәре бизнес өсөн льготалы кредит алырға мөмкин

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар эшҡыуарлыҡ өсөн льготалы заём алырға хоҡуҡлы. Башҡортостан микрокредит компанияһынан хәбәр итеүҙәренсә, 27 февралдән МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың хәләл ефеттәре өсөн ставка 4,5%. Шулай уҡ уларға кредит юллауҙың ябайлаштырылған процедуралары тәҡдим ителә, был бизнесты башлау өсөн аҡсаны тиҙерәк алырға мөмкинлек бирә.


Дәүләт ярҙамын алыу өсөн ойошманы республика биләмәһендә теркәргә, Рәсәй хөкүмәте ҡарары менән раҫланған форма буйынса МХО-ла ҡатнашыуҙы раҫлаған белешмә кәрәк.


Льготалы кредит физик йәки юридик шәхестәрҙең йәки шәхси эшҡыуарҙарҙың яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алыуы шарттарында, шулай уҡ транспорт  йәки күсемһеҙ милек рәүешендә залог булғанда бирелә.


2025 йыл Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылы тип иғлан ителде. 2024 йылда республика ошо маҡсатҡа 14 миллиард һумға яҡын аҡса йүнәлткән. Төбәктә яугирҙәргә һәм уларҙың яҡындарына иң яҡшы ярҙам системаларының береһе булдырылған.


https://www.bashinform.ru/news/economy/2025-03-11/v-bashkirii-boytsy-svo-smogut-poluchit-lgotnye-zaymy-dlya-biznesa-4153261



Вернуться назад