Радий Хәбиров бәләкәй ҡалаларҙа торлаҡ төҙөлөшөн тикшерергә ҡушты10.03.2025
Фото: Олег Яровиков

Радий Хәбиров бәләкәй ҡалаларҙа торлаҡ төҙөлөшөн тикшерергә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәткә республиканың бәләкәй ҡалаларында торлаҡ төҙөлөшө барышын анализларға ҡушты.


Республика етәксеһе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә билдәләүенсә, Өфөлә торлаҡ төҙөлөшө яҡшы темптар менән бара. Башҡа төбәктәргә килгәндә, «ҡарарға, ярҙам итергә» кәрәк.


«Төҙөүселәр беҙҙең ярҙам күрһәтеүебеҙҙе күргәс, үҙҙәре килер тип уйлайым», — тине Радий Хәбиров республика хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаровҡа.


Башинформ хәбәр иткәнсә, былтыр Башҡортостанда сираттағы тарихи максимумға өлгәшелгән — 3,348 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Сафҡа индерелгән торлаҡ майҙаны буйынса лидерҙар иһә Өфө ҡалаһы, Өфө, Иглин райондары, Стәрлетамаҡ, Октябрьский.


https://www.bashinform.ru/news/economy/2025-03-10/glava-bashkirii-poruchil-proanalizirovat-stroitelstvo-zhilya-v-malyh-gorodah-4151240



Вернуться назад