Республиканың 33 ҡала һәм районында ауыл хужалығы йәрминкәләре ойошторола
Башҡортостандың 33 ҡала һәм районында 7, 8, 9 мартта ауыл хужалығы йәрминкәләре була, тип хәбәр иттеләр республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығынан.
Бындай йәрминкәләрҙә башлыса урында етештерелгән сифатлы продукция һатып алырға мөмкин. Өс көн буйына 43 йәрминкә майҙансығы эшләй. Тулыраҡ мәғлүмәт һәм адрестар – Башҡортостан Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы сайтында.
Башинформ хәбәр иткәнсә, республикала ябылған баҙарҙарҙы ауыл хужалығы йәрминкәләре алмаштыра ала.