Өҫтән бойороҡ көтмәйҙәр19.06.2012
Гөрләп уҙған һабантуйҙан һуң ике көн дә үтмәгәндер, “Урал” ауыл хужалығы етештереү кооперативында район ауыл хужалығы етәкселәре, белгестәре кәңәшмә ҡороп, мал аҙығы әҙерләү мәсьәләһен тикшерҙе.

— Оҙаҡ һүҙ ҡуйыртыуҙан файҙа юҡ, — тине ауыл хужалығы идаралығының агроном-кәңәшсеһе Алексей Иҫкебаев, — “Урал” хужалығы өлгөһөндә өҫтән бойороҡ көтмәй мал аҙығы әҙерләүҙе ҡыҫҡа ваҡытта һәм сифатлы атҡарып сығыу мөһим.
Хаҡ һүҙҙәр, сөнки район баҫыуҙарындағы 3 мең гектар майҙандағы кәзә үләне тамам өлгөргән һәм тиҙ генә сабып алмаһаң, уның сифаты, туҡлыҡлылығы ҡырҡа кәмейәсәк. Семинарҙа ҡатнашыусылар районда иң тәүге булып бесәнгә төшкән “Урал” хужалығының сапҡыстарын, тырма, йыйғыстарын, техникаһының тулы әҙерлеген ҡарап, ҡәнәғәт ҡалды, тәжрибә тупланы. Бөгөн мал аҙығы әҙерләүҙең иң алғы һыҙығында “Урал” (етәксеһе — Фирҙәүис Хәсәнов), Ленин исемендәге (Дамир Мөхәмәтшин) крәҫтиән-фермер хужалыҡтары килә.
М. МОРАТОВ.
Ҡалтасы районы.


Вернуться назад