Республиканың 36 ҡала һәм районында ауыл хужалығы йәрминкәләре ойошторола
28 февралдә, 1 һәм 2 мартта Башҡортостандың 36 ҡала һәм районында ауыл хужалығы йәрминкәләре була, тип хәбәр иттеләр республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығынан.
Бындай йәрминкәләрҙә урындағы етештереүселәрҙән ит, йәшелсә, бал һәм башҡа ризыҡтар һатып алырға мөмкин.
Башҡортостандың күп кенә муниципаль район һәм ҡалаларында бөтәһе 47 йәрминкә майҙансығы ойошторола. Тулыраҡ мәғлүмәт –Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы сайтында.