Башҡортостанда ҡайһы бер пенсионерҙар өсөн өҫтәмә түләүҙәр билдәләнде25.02.2025

Башҡортостанда ҡайһы бер пенсионерҙар өсөн өҫтәмә түләүҙәр билдәләнде

Башҡортостанда пенсионерҙарҙың айырым категориялары өсөн өҫтәмә түләүҙәр билдәләнде. Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе мәғлүмәттәренә ярашлы, 2025 йылдың 1 ғинуарынан I төркөм инвалидтар һәм 80 йәше тулған граждандар арттырылған пенсия алды.


«Быға тиклем ҡарау буйынса түләнгән компенсация хәҙер пенсия составына инде. Республикала бөтәһе 37 меңдән ашыу кешенең пенсияһына автоматик рәүештә өҫтәмәләр билдәләнде», - тип хәбәр иттеләр ведомствола.


2024 йылдың аҙағына тиклем ҡарау буйынса түләү эшкә һәләтле граждандың ғаризаһы буйынса 1200 һум күләмендә тәғәйенләнде (Башҡортостанда район коэффициенты менән бергә 1380 һум). 1 ғинуарҙан Социаль фонд ғаризаһыҙ I төркөм инвалидтарының һәм 80 йәште уҙған граждандарҙың барыһына ла пенсияға өҫтәмә билдәләне, ул йыл һайын индекслана.


Страховка пенсияһын алыусыларға ҡарау буйынса пенсияға өҫтәмәләр күләме түбәндәгесә:


— әгәр компенсация түләүҙәре алдараҡ рәсмиләштерелһә, 1511,10 һум;


— әгәр быға тиклем компенсация түләүе рәсмиләштерелмәһә һәм быйылдан пенсияға өҫтәмә билдәләнһә, 1314 һум.


Социаль пенсия алыусылар өсөн өҫтәмә 1380  һум тәшкил итә.


https://www.bashinform.ru/news/economy/2025-02-25/v-bashkirii-dlya-nekotoryh-pensionerov-ustanovili-nadbavki-4135820



Вернуться назад