Республиканың тулайым төбәк продукты 2,8 триллион һумға еткән
Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы баһаһы буйынса, 2024 йылда республиканың тулайым төбәк продукты 2,8 триллион һумға еткән. Бер йылда иҡтисади үҫеш 4,7% тәшкил иткән. Инвестициялар, сәнәғәт, төҙөлөш, сауҙа, ауыл хужалығы өлкәһендә ыңғай динамика күҙәтелгән. Был хаҡта Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Башҡортостан хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов һүҙҙәренсә, 2024 йылда сәнәғәт етештереүе индексы 2023 йылғы кимәлгә ҡарата 105,4% тәшкил иткән. Эшкәртеү производствоһының индексы – 108,1%. Былтыр төҙөлөш эштәренең күләме 480 миллиард һумдан ашҡан һәм 2023 йылғы кимәлгә ҡарата 108,2% тәшкил иткән. Өс миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Ваҡлап сауҙа итеү әйләнеше 2023 йыл менән сағыштырғанда 12,3% артҡан.
Республика халҡының уртаса айлыҡ эш хаҡы ла күтәрелгән. 2024 йылдың 11 айы йомғаҡтары буйынса ул 65,3 мең һум тәшкил иткән. Йыл аҙағында эшһеҙлек кимәле 1,4% булған.
Бынан алдараҡ «Башинформ» республиканың йәлеп ителгән инвестициялар күләме буйынса рекорд ҡуйыуы хаҡында һөйләне.