Ozon Башҡортостанда етештерелгән тауарҙар витринаһын асты18.02.2025

Ozon Башҡортостанда етештерелгән тауарҙар витринаһын асты

Ozon маркетплейсында «Башҡортостан Республикаһында эшләнгән» тауарҙар витринаһы булдырылды. Әле унда республиканың 240 селлеры теркәлгән, үҙебеҙҙә етештерелгән 5 меңдән ашыу тауар һатып алырға мөмкин. Кейем-һалым, ойоҡ-носки, бал ҡорто продукцияһы, косметика, күн изделиелар, һаулыҡ һәм йорт өсөн тауарҙар тәҡдим ителә.


Маркетплейста Башҡортостандан 28 мең һатыусы теркәлгән, тип хәбәр итте хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.


Бынан алдараҡ Башинформ Благовещен ҡалаһында «Озон» логистик комплексы асылыуы тураһында хәбәр иткәйне.


https://www.bashinform.ru/news/economy/2025-02-17/ozon-otkryl-vitrinu-tovarov-iz-bashkirii-4125713



Вернуться назад