Радий Хәбиров ай һайын бизнес вәкилдәре менән осраша17.02.2025
Фото: Олег Яровиков

Радий Хәбиров ай һайын бизнес вәкилдәре менән осраша

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендәай һайын бизнес вәкилдәре менән осрашыу ойоштора башлауҙары хаҡында белдерҙе. Был сараларҙа Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров та ҡатнаша. Беренсе осрашыуҙы ул 19 февралдә Сибай эшҡыуарҙары менән үткәрә, киләһе осрашыуҙы, февраль аҙағында, Радий Хәбиров уҙғара, уның датаһы һәм урыны аныҡлана.


Республика Башлығы һүҙҙәренсә, бындай осрашыуҙарҙың маҡсаты – эшҡыуарҙар берләшмәһе менән аралашыу, төрлө мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә бизнесҡа булышлыҡ итеү. Күпселек муниципалитеттарҙа ошондай саралар уҙғарыу планлаштырыла. Радий Хәбиров эшҡыуарҙар менән күҙгә-күҙ ҡарашып эшләү, уларҙың фекерҙәрен ишетеү, хатта тәнҡитләү, ярҙам күрһәтеү өсөн һорауҙарға яуап биреүҙең мөһимлеген әйтте. Барлыҡ һорауҙар һәм күтәрелгән проблемалар ҙа иғтибарға алына.


Бынан алдараҡ «Башинформ» Радий Хәбировтың республиканың йәш эшҡыуарҙары менән осрашыуы хаҡында яҙғайны.


https://www.bashinform.ru/news/economy/2025-02-17/radiy-habirov-budet-ezhemesyachno-vstrechatsya-s-predstavitelyami-biznesa-4124854



Вернуться назад