Йәйҙең һәр көнө иҫәптә16.06.2012
Йәйҙең һәр көнө иҫәптәБыйыл бар ерҙә — сабынлыҡтарҙа ла, күп һәм бер йыллыҡ үлән сәселгән баҫыуҙарҙа ла бесән шыйыҡ. Шуға ла күгәрсендәр йәйҙең һәр көнөн файҙаланып ҡалырға тырыша, әле мал аҙығы әҙерләй.

Район буйынса (13 июнгә) 1957 гектарҙа үлән сабылып, 296 тонна бесән йыйып алынған. Төктәр һәм рулондар бер юлы фермалар янына ташыла. “Иртөбәк” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, “Тәүәкән” ауыл хужалығы предприятиеһы, “Ергән” МТС-ының “Исем” бүлексәһендә мал аҙығы әҙерләүгә ҡыҙыу тотонғандар.
“Исем”дә уны заман техникаһы менән башҡарыуҙары әллә ҡайҙан күҙгә ташлана, Исем ауылын үткәс, оло юлдың ике яҡ ситендә лә бесән рулондары теҙелеп киткән.
Ауыл хужалығы идаралығының баш агрономы Фәнис Сәйфетдиновты ошо баҫыуҙа тап иттек. Уның әйтеүенсә, 20 гектарҙағы люцернаны урғыс операторы Вадим Соловьев яҫмаларға һала, артынса уҡ кипкән бесән преслана.
— Әлбиттә, өр-яңы техника менән йыһазландырылған “Ергән” МТС-ы бүлексәһе мал аҙығы әҙерләү буйынса алда бара. Әлегә 304 гектарҙан 90 тоннанан ашыу бесән йыйып алдылар. Райондың ҡалған ун хужалығы ла, фермерҙар ҙа бесән һәм сенаж әҙерләй башланы, — ти баш белгес.
Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА.
Күгәрсен районы.


Вернуться назад