Башҡортостанда эш хаҡы 17,6% артҡан11.02.2025
Фото: «Башинформ» агентлығы архивы

Башҡортостанда эш хаҡы 17,6% артҡан

Башстат республикала йәшәүселәрҙең 2024 йылдың ғинуар-ноябрь айҙарында эш хаҡы кимәлен иғлан итте. Статистиктар мәғлүмәттәре буйынса, республикала уртаса айлыҡ эш хаҡы 65 325 һум булған. 2023 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда сумма 17,6% артҡан.


Илдә уртаса үҫеш – 17,8% һәм уртаса эш хаҡы күләме 84 241 һумға еткән. Иң юғары хеҙмәт хаҡы – Чукотка (177 936 һум), Ямал-Ненец (159 782 һум) автономиялы округтарында һәм Мәскәүҙә (151 184 һум).


https://www.bashinform.ru/news/economy/2025-02-11/v-bashkirii-zarplaty-vyrosli-na-17-6-4115964



Вернуться назад