Башҡортостанда сәнәғәт етештереүе артҡан10.02.2025

Башҡортостанда сәнәғәт етештереүе артҡан

Башҡортостанда 2024 йылдың ғинуарынан декабренә тиклем сәнәғәт етештереүе күләме 2023 йылға ҡарата 5,4% артҡан, тип хәбәр итә Башстат.


Уҙған йылда иң яҡшы динамика эшкәртеү секторында 8,1% булһа,  энергетикала үҫеш 1,3% тәшкил иткән.


Производство тармаҡтары араһында аҙыҡ-түлек (2023 йылға ҡарата +38,4%), башҡа транспорт саралары һәм ҡорамалдар (+28,4%), шулай уҡ электр ҡорамалдары (+23%) етештереүҙә иң юғары үҫеш билдәләнгән. Күн һәм күн әйберҙәр етештереү кәмегән (-27,9 процент).


Хәбәр иткәнебеҙсә, Башҡортостанда үҫемлек майҙарын етештереүҙең артыуы билдәләнгән.


https://www.bashinform.ru/news/economy/2025-02-09/v-bashkirii-otmechen-godovoy-rost-promyshlennosti-4114319



Вернуться назад