Башҡортостанда М-12 трассаһы 2124 йылға тиклем түләүле була
М12 Дүртөйлө - Әчит федераль трассаһының Башҡортостан, Пермь крайы һәм Свердловск өлкәһе аша үткән яңы участкаһы быйыл йәй асыла. Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте бойороғона ярашлы, юл 100 йылға яҡын — 2123 йылдың 31 декабренә тиклем түләүле була. Шуның менән бергә Министрҙар кабинеты «параллель» бушлай йөрөүҙе раҫланы.
Башҡортостанда был Дүртөйлө – Борай, Өфө – Бөрө – Яңауыл, Борай – Иҫке Балтас – Көйәҙе, Яңауыл – Көйәҙе юлдары.
М12 дүрт һыҙатлы «тиҙ магистраль» категорияһына ҡараһа, бушлай төбәк юлдарында ике хәрәкәт һыҙаты бар. Түләүле участка 98 саҡрымға ҡыҫҡараҡ — 275 саҡрым.
Ноябрь башына М-12 «Восток» трассаһының яңы участкаһына (Башҡортостан һәм Пермь крайы) асфальт түшәлгән, Свердловск өлкәһендә 43 саҡрым ҡалған.
Трассаның иң оҙон өлөшө – 140 саҡрымы Дүртөйлө, Борай һәм Тәтешле райондарынан үтеп китә. Башҡортостанда Ағиҙел йылғаһы аша күпер һалына, уны «Автодор» дәүләт компанияһының генераль подрядсыһы идараһы рәйесе Вячеслав Петушенко «уникаль технология буйынса төҙөлгән ғәйәт ҙур, һоҡланғыс ҡоролма» тип атаны.
М12 буйлап Мәскәүҙән Нижегород өлкәһенең Арзамас ҡалаһына тиклем (413 саҡрым) юл хаҡы хәҙер 4,3 мең һум самаһы тора, юлға яҡынса 3,5 сәғәт кәрәк.