Рәсәйҙең эске баҙарында Башҡортостандан иген һатыу 3,5 тапҡырға артҡан
Ил эсендә Башҡортостан игенен һатыу өс тапҡырҙан ашыуға артҡан. Әгәр 2024 йылдың ғинуарында Рәсәйҙең 13 төбәгенә 20 мең тонна иген һәм уны эшкәртеү продукттары оҙатылһа, быйыл ғинуарҙа илдең 18 субъектына яҡынса 72 мең тонна ебәрелгән. Был хаҡта Ветеринария һәм фитосанитар күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығынан хәбәр иттеләр.
Республикабыҙ игенен Краснодар һәм Ставрополь крайҙары, Ленинград, Мәскәү, Ростов, Белгород, Курск өлкәләре предприятиелары, Үҙәк Рәсәй һәм күрше төбәктәр һатып алған.
Эске баҙарҙа арпа (33,12 мең тонна) һәм бойҙай (32,22 мең тонна) ҙур һорау менән файҙаланған.
Шулай уҡ 3,76 мең тонна борсаҡ, 920 мең килограмм арыш, 930 мең килограмм көнбағыш орлоғо һәм 630 мең килограмм етен оҙатылған.
Хәбәр иткәнебеҙсә, йыл башынан Башҡортостандан 30 мең тонна иген экспортҡа оҙатылған.