Өфө мэрының хеҙмәт хаҡы билдәле булды
Ратмир Мәүлиев бөгөн, 6 февралдә, журналистар менән осрашыуҙа үҙенең күпме эш хаҡы алыуын әйтте. Өфө мэры һүҙҙәренсә, уның хеҙмәт хаҡы 250 мең һум тәшкил итә. Һуңғы ике йылда уның килеме тураһында декларация киң ҡулланылышта баҫылмай, сөнки закон буйынса МХО барған чиновниктар килеме хаҡында мәғлүмәт бирергә тейеш түгел.
https://www.bashinform.ru/news/economy/2025-02-06/mer-ufy-ozvuchil-svoyu-zarplatu-4110775