«Башинформ»да ер участкаларын файҙаланыу тураһында яңы закон тикшерелде06.02.2025
Фото: Валерий Шахов

«Башинформ»да ер участкаларын файҙаланыу тураһында яңы закон тикшерелде

«Профи» мәғлүмәт коннект-клубында, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы майҙансығында «Ер участкаларын үҙләштереү һәм файҙаланыу тураһында яңы закон: нимәләрҙе белеү мөһим» тигән түңәрәк өҫтәл уҙҙы.


Онлайн режимында унда республика район һәм ҡала киң мәғлүмәт сараларының 40-тан ашыу журналисы ҡатнашты. Ошо көнүҙәк тема буйынса һорауҙарға Башҡортостан буйынса Росреестр идаралығы етәксеһе Петр Клец, республика муниципаль берәмектәр ассоциацияһының башҡарма директоры Марат Ғәлиуллин һәм Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Кристина Недорезова яуап бирҙе.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2025 йылдың 1 мартынан Рәсәйҙә шәхси йорт төҙөү һәм баҡсасылыҡ өсөн бүленгән ер участкаларын файҙаланыуға ҡағылышлы ҡануниәткә үҙгәрештәр үҙ көсөнә инә. Ер хужалары уны милек хоҡуғы алғандан һуң өс йыл эсендә үҙләштерә башларға тейеш. Әгәр участкала бер ниндәй ҙә эштәр башҡарылмаһа, дәүләт уны тартып алып, һатыуға ҡуйырға хоҡуҡлы.


Яңы законға ярашлы, үрҙә әйтелгәнсә, участканы төҙөлөш өсөн әҙерләүгә өс йыл бирелә. Ерҙе үҙләштереү өсөн тәғәйенләнгән өс йыл үткәс, уны тәғәйенләнеше буйынса файҙалана башларға – йорт, хужалыҡ ҡаралтылары төҙөргә кәрәк. Ошо мәлдән милексе ерҙе файҙаланмаған өсөн яуаплылыҡ тота.


 «2025 йылдың 1 мартынан һуң һатып алған, бүләк ителгән участкаларҙы уларға хоҡуҡ алғандан һуң үҙләштерә башларға кәрәк. Милектә булған участкалар буйынса ваҡыт 2025 йылдың 1 мартынан иҫәпләнә», — тине Росреестрҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Петр Клец.


https://www.bashinform.ru/news/economy/2025-02-06/v-bashinforme-obsudili-novyy-zakon-ob-ispolzovanii-zemelnyh-uchastkov-4110838





Вернуться назад