Башҡортостан – Волга буйы федераль округында беренсе
Льготалы ер участкаларына иң ҙур сират – Өфөлә. Өфөләрҙең ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы һуңғы өс йылда 4,3 мең участка булдырған.
Республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы етәксеһе урынбаҫары Фәниә Нафиҡова Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа белдереүенсә, 2011 йылдан республикала льгота алыу өсөн бөтәһе 96,5 мең ғариза килгән. Уларҙың 73,5 меңе ер менән тәьмин ителгән йәки 250 мең һум компенсация алған. Бындай ярҙам сараһын индереү сиратты кәметкән: күптәр тап аҡсаға өҫтөнлөк бирә, өҫтәүенә 2022 йылдың июленән был аҡсаны ипотека буйынса тәүге иғәнә өсөн тотонорға мөмкин.
Хәбәр иткәнебеҙсә, иң күп участкалар – Яңауыл, Иглин һәм Мишкә райондарында.
Уҙған йылда бөтәһе 1216 ғаиләгә аҡса түләнгән, был 2021 йылға ҡарағанда өс тапҡырға күберәк (398). 2025 йылда бындай түләүҙәр өсөн республика бюджетынан 100 миллион һум бүленгән.
Башҡортостан льготалыларҙы ер участкалары менән тәьмин итеү күрһәткесе буйынса Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләй — 81%. Мордовия — 71,6%, Киров өлкәһе — 71%, Ырымбур — 70,6%, Татарстан — 66%.