Рәсәй банкы: һанлы һумды ҡулланыу ирекле
Һанлы янсыҡты (һанлы һумды ҡулланыу өсөн иҫәп) кеше үҙ теләге менән һәм цифрлы һум платформаһына тоташтырылған банктың мобиль ҡушымтаһы аша ғына аса ала. Бер кем дә бындай янсыҡтарҙы автоматик рәүештә асмай. Әгәр кеше кәрәк тип тапмаһа, ул һанлы һум иҫәбен асмаҫҡа мөмкин. Был хаҡта Рәсәй банкының рәсми сайтында хәбәр ителә.
Үҙәк банк һанлы һумды ҡулланыуҙан баш тартҡан өсөн күп функциялы үҙәккә ғариза менән мөрәжәғәт итергә кәрәк тигән мәғлүмәткә шундай аңлатма бирҙе.
«Цифрлы һумдар менән файҙаланыуҙан баш тартыу тураһында бер ниндәй ҙә махсус ғариза тултырырға һәм күп функциялы үҙәккә илтергә кәрәкмәй. Күп функциялы үҙәктең һанлы һум иҫәптәрен асыуға бер мөнәсәбәте лә юҡ», – тиелә Рәсәй банкы белдереүендә.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, һанлы һум 2025 йылда киң ҡулланылышҡа индерелергә тейеш.