Башҡортостан Башлығы «Хәтер баҡсаһы» акцияһын үткәреү тураһында белдерҙе03.02.2025
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Башҡортостан Башлығы «Хәтер баҡсаһы» акцияһын үткәреү тураһында белдерҙе

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яҙ көнө «Хәтер баҡсаһы» халыҡ-ара акцияһын үткәреү тураһында иғлан итте. Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, апрель башында ошо күләмле акцияға ҡағылышлы кәңәшмә үткәреү планлаштырыла. «Хәтер баҡсаһы»н республика ҡалаларында һәм райондарында ултыртыу ҡарала.


«Шуға күрә әҙерләнергә, урынын һайларға кәрәк», — тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.


Башинформ хәбәр иткәнсә, 2024 йылда Башҡортостан «Хәтер баҡсаһы» халыҡ-ара акцияһында әүҙем ҡатнашыусыларҙың береһе тип танылды. Ултыртылған ағастар һаны (2,25 миллион төп) буйынса республика, Тверь һәм Ырымбур өлкәләренән генә ҡалышып, Рәсәйҙең тәүге өс төбәге иҫәбенә инде.


https://www.bashinform.ru/news/economy/2025-02-03/glava-bashkirii-anonsiroval-provedenie-aktsii-sad-pamyati-4106032



Вернуться назад