Ял көндәрендә өфөләрҙе ит йәрминкәләрендә көтәләр
25 һәм 26 ғинуарҙа Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләрендә республикабыҙ етештереүселәренән ит, йәшелсә, емеш-еләк, бал һәм башҡа аҙыҡ-түлек һатып алырға мөмкин. Был хаҡта баш ҡала мэрияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.
Шәмбе һәм йәкшәмбе көндәрендә йәрминкәләр Интернациональ һәм Машина эшләүселәр урамдары киҫелешендә, Эшсе хәбәрселәр урамындағы 20-се йорт янында, шулай уҡ Спорт һарайы алдында була.