Башҡортостан ауыл ипотекаһы күләме буйынса Рәсәй төбәктәре араһында беренсе урында тора
Башҡортостанда льготалы ауыл ипотекаһына ихтыяж айырыуса ҙур. Һуңғы 5 йылда 22 миллиард һумға 8600-ҙән ашыу кредит бирелгән. Ошо ярҙам сараһы буйынса республика илдә беренсе урынды тотороҡло һаҡлай. Был хаҡта Башҡортостан хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов хәбәр итте.
2024 йылда 4,2 миллиард һумға 866 кредит бирелгән, тип билдәләне ул. Сағыштырыу өсөн: 2023 йылда 4 миллиард һумға 1208 кредит бирелгән. Юғары төп ставканы иҫәпкә алып, бүленгән аҡсаның төп өлөшө элек бирелгән кредиттарҙы тәьмин итеүгә йүнәлтелә, шуға күрә яңы кредиттар биреү һаны кәмей. 2026 йылға аҡса бүлгәндә республикаға ауыл ипотекаһы өсөн мөмкин тиклем күберәк аҡса йәлеп итеү өсөн саралар күрелә, тип билдәләне Илшат Фәзрахманов.
Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостан агросәнәғәт комплексының үҫеше хаҡында яҙғайны.