Кәйеф көр булғас, эш тә ырай15.06.2012
Кәйеф көр булғас, эш тә ырай“Тәүәкән” дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы механизаторҙары Ирек Сәғитов менән Садиҡ Мөхәмәтов өсөн тынғыһыҙ көндәр дауам итә. Сәсеүлектәрҙе химик эшкәртеүҙе тамамлағас, улар үҙҙәренең “ҡорос аттар”ында көнбағыш орлоғо сәселгән майҙанды икенсе тапҡыр культивациялай башлаған. Тракторсыларҙың бурысы — ике-өс көн эсендә 140 гектарҙағы культура араларын сүп үләненән таҙартыу.
— Быйыл сырмалсыҡ ҡотороп үҫкән, шунлыҡтан йыш ҡына туҡтап, культиваторҙың тешен таҙартып алырға тура килә — был иһә эште тотҡарлай, — ти Ирек Сәғитов. — Көнбағыш араһын утауҙы тамамлағас, кукуруз баҫыуына төшәсәкбеҙ.
Хужалыҡ етәкселеге механизаторҙар өсөн төшкө һәм киске ҡайнар аш ойоштороуҙы хәстәрләгән. Ә эш көндән-көн ҡыҙа.
Р. МӘХИЙӘНОВА.
Күгәрсен районы.


Вернуться назад