Рәсәйҙә әсәлек капиталы программаһын оҙайтыу тураһында закон проекты ҡабул ителде15.01.2025
Фото: архив

Рәсәйҙә әсәлек капиталы программаһын оҙайтыу тураһында закон проекты ҡабул ителде

Документта программаны 2030 йылдың 31 декабренәсә ғәмәлдә ҡалдырырға тәҡдим ителә.

Дәүләт Думаһы һигеҙенсе сессияның тәүге пленар ултырышында әсәлек капиталы программаһын 2030 йылдың 31 декабренә тиклем оҙайтыу тураһында закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул итте. Был хаҡта дәүләт органының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.


«Әсәлек капиталы программаһын оҙайтыу тураһында закон проекты Президенттың Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһен бойомға ашырыуға йүнәлтелгән, шуға күрә ул сессияның тәүге пленар ултырышында өҫтөнлөклө тәртиптә ҡаралды», — тип билдәләне Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин.


Әсәлек капиталы программаһы 2006 йылда Владимир Путиндың тәҡдиме менән индерелде, тине Дәүләт Думаһы рәйесе. Ошо осорҙа 14 миллиондан ашыу сертификат тапшырылды.


2025 йылдың 1 февраленән әсәлек капиталы күләме индексациялана. 2020 йылдың 1 ғинуарынан һуң донъяға килгән йәки уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алынған беренсе бала өсөн түләү күләме 676 398,58 һум була. 2020 йылға тиклем тыуған икенсе бала өсөн дә әсәлек капиталының суммаһы шундай. 2020 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған йәки уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алынған икенсе йәки артабанғы балалар өсөн ата-әсәгә, әгәр быға тиклем сертификат алмаған икән, 893 835,55 һум түләнә.


https://www.bashinform.ru/news/economy/2025-01-14/v-rossii-prinyat-zakonoproekt-o-prodlenii-programmy-matkapitala-4083522



Вернуться назад