Статистиктар республикала арзанайған аҙыҡ-түлек тураһында мәғлүмәт бирҙе
Башҡортостанстат 2024 йылдың декабрендә Башҡортостанда аҙыҡ-түлеккә хаҡтар тураһында мәғлүмәттәр баҫтырып сығарҙы. 2024 йылдың ноябре менән сағыштырғанда ҡайһы бер аҙыҡ-түлеккә хаҡ төшкән. Мәҫәлән, әфлисундар 6,74% арзанайған. Һоло һәм арпа ярмалары (-3,9%), вермишель һәм макарон изделиелары (-1,48% һәм 1,42%), бешкән колбаса (-2,38%), тере һәм һыуытылған балыҡ (-1,56%) һәм башҡалар осһоҙораҡ.
Декабрҙә айырыуса виноград (7,97%) ҡиммәтләнгән, ҡыярҙың һәм башҡа аҙыҡ-түлектең дә хаҡы артҡан.
Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостанда йәшәү минимумы дәүмәле тураһында хәбәр иткәйне.