Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк30.03.2019
Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән килтерелгәндәре лә, үҙебеҙҙә етештерелгәндәре лә етерлек.

Шулай ҙа һуңғы йылдарҙа күптәрҙең сифатлы, экологик яҡтан таҙа ризыҡҡа өҫтөнлөк биреүе күҙәтелә. Ошоно күҙ уңында тотоп, етештереүселәр был тәңгәлдә үҙ эшенә үтә яуаплы ҡарай.

Мәҫәлән, Сибайҙағы “Экопром” йәмғиәтендә, исемен есеменә тап килтереп, тик экологик яҡтан таҙа, сифатлы һөт ризыҡтары етештерелә. Сеймал ҡала янындағы Күлтабан ауылында урынлашҡан “Урал аръяғы-Агро” мегафермаһынан алына. Һөҙөмтәлә пастеризацияланған һөт, ҡатыҡ, ряженка, ҡаймаҡ етештерелә, әле шулай уҡ эремсек эшләү өсөн дә бар шарттар тыуҙырылған. Яҡын арала ҡайнатылған һөт, кефир, йогурт етештерә башлау юлдары өйрәнелә. Цех асылғандан алып эшләгән оператор-технолог Надежда Краснованы етәкселәр оло хөрмәт менән маҡтап телгә ала.

“Экопром” етәксеһе Эмиль Йәрмөхәмәтов әйтеүенсә, етештерелгән ризыҡтар сифатлы, экологик яҡтан таҙа, бер ниндәй буяу, башҡа ҡатнашмалар ҡушылмай, шуға ла уларға ихтыяж ҙур. Бындай аҙыҡ төрҙәре файҙалы ла, үтемле лә.


Вернуться назад