Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?28.03.2019
Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды.

Фекер алышыуҙа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов та ҡатнашты.

Сәғәтенә 65 тонна орлоҡто киптереү ҡеүәтенә эйә буласаҡ комплекс проекты менән эшҡыуар Вячеслав Чернов сығыш яһаны. Уның күҙалланған хаҡы – 20 миллион һум. Шулай уҡ эшҡыуарҙың урындағы культураларҙан май һығыу заводы төҙөү теләге лә “Инвестиция сәғәте”ндә ҡатнашҡандарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.

Вячеслав Чернов хәбәр итеүенсә, уның хаҡы 80 миллион һум тәшкил итә. Был суммаға төҙөлөштө проектлауҙан алып уны аҙаҡ һыу, яҡтылыҡ, газ һәм башҡа кәрәкле селтәрҙәргә тоташтырыу кеүек эштәр индерелгән.

Шәхси хужалығында йәшелсәселек менән шөғөлләнгән Ленар Нәсибуллин “Эш башлаусы фермер” дәүләт программаһында ҡатнашып, грант отоу теләген белдерҙе. Әле йүнсел картуф үҫтереү менән ныҡлы шөғөлләнә, үҙ аҡсаһына уны һаҡлау урыны булдырған. Грант отһа, был аҡсаға йәшелсәселек тармағын үҫтереү маҡсатында заманса техника һатып алыу мөмкинлеге булыр ине, ти.

“Инвестиция сәғәте”ндә шулай уҡ башҡа проекттар ҙа ҡаралды, уларҙың барыһы буйынса ла аныҡ тәҡдимдәр әйтелде.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика