Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән инвесторҙар... Хәҙер уларҙың барыһын бергә һәр кесаҙна райондарҙа ойошторола башлаған “Инвестиция сәғәте” берләштерәсәк. Кәңәшләшеү, фекер алышыу ҡорона әүерелеләсәк был күркәм сара. Быға әбйәлилдәр ҙә бөгөнгө тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк инанды. Фекер алышыуҙа өс проект ҡаралды.
Районда туризм буйынса үҙ эшен асҡан, халыҡтың ялын файҙалы һәм күңелле үткәреү өсөн байтаҡ сығым түккән, ярайһы ҙур уңыштарға өлгәшкән йүнселдәрҙең береһе Лидар Әхтәмов ошо йүнәлеште артабан киңәйтеү маҡсатында үҙенең яңы проектын тәҡдим итте.
Шулай уҡ районда ҡаҙ үрсетеү һәм яңы сауҙа үҙәге төҙөү буйынса проекттар ҡаралды.