Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк28.03.2019
Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте.

Унда ике инвестиция проекты ҡаралды. “Учалыһөт” ауыл хужалығы кооперативы - республикала беренсе һөт эшкәртеүсе предприятиеларҙың береһе. Бөгөн ул 10 шәхси һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын берләштерә. Кооператив етәксеһе Лилиә Ғәлиәхмәтова предприятие етештергән продукцияны һатыу өсөн өҫтәмә сауҙа нөктәләре кәрәклеге тураһында әйтте.

“Инвестсәғәт”тә шулай уҡ “РегионДело” йәмғиәтенең Озерный ҡасабаһында тоҡомло һарыҡ үрсетеү буйынса проекты ҡаралды. Инвестор Миндәк ауыл Советы биләмәһендә ер участкаһы бүлеүҙә ярҙам һораны.

- Районға инвестициялар йәлеп итеү – хакимиәт эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәренең береһе. Был – яңы эш урындары булдырыу, бюджетҡа өҫтәмә һалымдар килеү тигән һүҙ. Инвесторҙарға һәр яҡлап ярҙам итергә әҙербеҙ, - тине хакимиәт башлығы вазифаһын башҡарыусы Руслан Ғиләзетдинов.


Вернуться назад