Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”28.03.2019
Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район етәкселәренә һәр кесаҙна төбәккә инвесторҙарҙы йәлеп итеү, уларға уңайлы инвестиция мөхите булдырыу һәм эшҡыуарлыҡ өсөн отошло шарттар тәҡдим итеү маҡсатында урындарҙа “Инвестиция сәғәте” үткәреү бурысын ҡуйҙы.

Бөгөн тәүге тапҡыр Сибай ҡалаһы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” үтте. Уның эшендә ҡала башлығы Рөстәм Афзалов, уның иҡтисади эштәр буйынса урынбаҫары Наил Әбелғужин, иҡтисади үҫеш, инновация һәм инвестиция буйынса бүлек мөдире Ирина Ирназарова һәм эшҡыуарҙар ҡатнашты.

Рөстәм Афзалов белдереүенсә, бындай осрашыуҙар күптән кәрәк ине. Власть һәм инвесторҙар, эшҡыуарҙар һәм бизнес-инкубатор вәкилдәре менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеү бик мөһим. Был юлы сибайҙар һөт етештереү буйынса махсуслашҡан “Экопром” һәм “Технострой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре етәкселәре менән фекер алышты. Инвестиция күләме 40 миллион һум тәшкил итә һәм 50 кешегә эш урыны булдырыу көтөлә.

“Экопром” йәмғиәте етәксеһе Эмиль Йәрмөхәмәтов - ҡалала сифатлы һәм экологик яҡтан таҙа һөт ризыҡтарын етештереүсе берҙән-бер эшҡыуар. Уның “Һөт эшкәртеү һәм һөт продукцияларын етештереү” проекты биш йылға иҫәпләнгән. Бөгөн йүнсел ете кешене хеҙмәт урыны менән тәьмин итһә, проект тормошҡа ашырылһа, йәнә 40 эш урыны булдырыу ҡарала. Проект хаҡы - 35 миллион һум.

“Технострой” йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары Марат Исхаҡов тәҡдим иткән проект хаҡы - 6 миллион һум. Улар асфальт ҡатламының сифатын арттырыу өсөн минераль порошок (онтаҡ) етештереү эшен киңәйтеүҙә ярҙам һораны. Предприятиены тулыһынса сафҡа индереү өсөн байтаҡ сығым талап ителә.

Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була тиһәләр ҙә, беренсе тапҡыр үткәрелгән “Инвестиция сәғәте” эшлекле шарттарҙа уҙҙы, бик күп тәҡдимдәр әйтелде, аныҡ бурыстар ҡуйылды.

Киләһе ошондай уҡ сара апрелдең башында үтәсәк.


Вернуться назад