Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы28.03.2019
Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте. Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, бындай ултырыштар республиканың һәр бер район-ҡалаһында уҙғарыласаҡ.

Кушнаренкола бөгөн өс инвестиция проекты ҡаралған. Был – бойҙай эшкәртеү һәм комбикорм етештереү буйынса цех булдырыу, “Iveco” йөк техникаһын һатыу һәм хеҙмәтләндереү үҙәге асыу һәм тоҡомло һарыҡтар үрсетеү өсөн ферма төҙөү.

Бөтә проекттар ҙа тормошҡа ашырылғанда, районда 60-тан ашыу яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк. Инвесторҙар хакимиәт башлығы Руслан Ғиззәтуллиндан ер участкаһы бүлеп биреүҙә, электр һәм һыу менән тәьмин итеүҙә, юлдар төҙөүҙә ярҙам һораны.

– Инвесторҙар менән системалы эшләү үҙенең емештәрен килтерә башланы. Уларҙың проблемалары хәл ителәсәк, – тине Руслан Ғиззәтуллин.


Вернуться назад