Яҡшы шарттар тыуҙырылған27.03.2019
“Башҡортостанда уңайлы инвестиция шарттары тыуҙырылған. Республикағыҙ Австрия компаниялары һәм инвесторҙары араһында абруй ҡаҙана. Был Хөкүмәт тарафынан эшҡыуарлыҡ өсөн отошло шарттар тәҡдим ителеүе тураһында һөйләй”, – тине Австрияның Федераль иҡтисад палатаһындағы Көнсығыш Европа һәм Үҙәк Азия менән тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса төбәк директоры Михаэль Ангерер Башҡортостан делегацияһының Австрияға сәфәре йомғаҡтарына ярашлы.

Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Илшат Тажетдинов Рәсәй һәм Австрия төбәктәре форумында Башҡортостан менән таныштырыу мөмкинлеге биргән өсөн Австрия коллегаларына рәхмәт әйтте. Ул шулай уҡ ғәмәлдәге инвестиция проекттары, “Кроношпан” һәм “Ласселсбергер” компанияларының пландары хаҡында һөйләне.

Осрашыуҙа ҡатнашыусылар эшлекле хеҙмәттәшлекте киңәйтеү мәсьәләләрен тикшерҙе.


Вернуться назад