Мәләүез районынан Илдар Ишәкәев Ирландияға юлға сыҡты. Унда 30-31 мартта ун өс илдән – Рәсәй, Англия, Бельгия, Германия, Дания, Нидерланд, Ирландия, Төньяҡ Ирландия, Франция, Чехия, Швейцария, Шотландия һәм Эстониянан – ир-егеттәр йыйыласаҡ.
Быйыл тап Ирландияла ер һөрөү буйынса 36-сы Европа чемпионаты уҙасаҡ. Яҡташыбыҙ күп йылдар инде Рәсәй һәм донъя кимәлендә ошондай ярыштарҙа ҡатнаша. Билдәле “Трактор-шоу” конкурсында хатта өсөнсө урынды яулағайны.
Был юлы ла һынатмаҫҡа уның иҫәбе. Уңыштар уға!