Арбаңды — ҡыш, санаңды йәй әҙерлә.
Ҡайһы берәүҙәр, ҡыш фермерҙар ял итә, тип уйлай, әммә тәрән яңылыша. Тап ошо миҙгел улар өсөн иң яуаплы осор булып ҡала. Атингән ауылы фермеры Вафа Суриндың мәшәҡәтле ваҡытына тап килеүебеҙгә ҡарамаҫтан, беҙҙең менән аралашырға ваҡытын бүлде.
Вәзәм ауылында тыуып үҫкән Вафа Тәлғәт улы — районда үҫемлекселек менән шөғөлләнгән уңған фермерҙарҙың береһе. Үткән йыл уңыш әллә ни һөйөндөрмәһә лә, булғанынан ҡәнәғәт ул.
— Бөтәһе 900 гектар сәсеү майҙаны бар, ошонда уҡ пай ерҙәре лә керә. Арпа, бойҙай, һоло, көнбағыш сәстем, гектар ҡеүәте — ни бары алтышар центнер. Шулай ҙа яҙғы сәсеүгә етәрлек орлоҡ тупланды, пайсыларға таҙа иген тараттыҡ. Һуңғы йылдарҙа техник культуралар үҫтереүгә өҫтөнлөк бирелә, шунлыҡтан көнбағыш сәсеүҙе яйға һалдыҡ.
Үткән йыл 50 тонна көнбағыш уңышы йыйып алынды, уның хаҡы – 14 мең һум, әммә беҙҙең тәбиғәт шарттарында был үҫемлектәрҙе сәсеү һәм үҫтереү еңелдән түгел. Үҙегеҙ белеп тораһығыҙ, ергә орлоҡ һалынғандан алып йыйып алғансы бер тамсы ла ямғыр яумауы ихтимал, шуға күрә улар өлгөрмәй ҡала, шунлыҡтан хаҡы түбәнәйә. Былтыр ҡоролоҡ сәбәпле, 300 гектар майҙан тулыһынса юҡҡа сыҡты. Республика тарафынан был маҡсатта субсидия ҡаралған, ләкин әлегә аҡса юҡ.
Тик үҙ көсө менән эш алып барған фермер 2016 йылда биш миллион һумға яңы комбайн һатып алған, әле уға ла иҫәпләшеү тамамланмаған. Бөгөн Сурин крәҫтиән (фермер) хужалығында 10-дан ашыу техника иҫәпләнә. Яҙғы сәсеүгә бар ҡоролмалары булған яңы сәсеү комплексы алыу теләге лә юҡ түгел. Ваҡытлыса эшкә унға яҡын кеше йәлеп ителә, уларҙың барыһы ла ауылдан. Шулай уҡ күрше ауылдарҙан да килеп эшләйҙәр. Мәҫәлән, Әбеш ауылы механизаторҙары Илһам Ибраһимов менән Фәнил Илембәтов йыл һайын Атингән фермеры хужалығында сәсеү һәм уңыш йыйыу барышында ҡатнаша. “Хеҙмәт хаҡын ваҡытында түләнә, ашлыҡ та бирелә. Ниңә эшләмәҫкә?” — ти улар.
Әйткәндәй, игенселек менән шөғөлләнеүселәр өсөн төп уңыштың нигеҙе — орлоҡто һаҡлау мәсьәләһе. Был йәһәттән Вафа Тәлғәт улына хафаланырға кәрәкмәй, киләһе уңыш өсөн алдан хәстәрлек күрелгән. Кәрәкле күләмдә кондициялы орлоҡ тупланған, техника төҙөк.
Ҡыш бауыры оҙон тиһәләр ҙә, был ауыл хужалығы аграрийҙарына ҡағылмай.