Черниковка кварталдары яңырырмы?25.03.2019
Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән “Төҙөлөш сәғәте”ндә “Черниковка” торлаҡ биҫтәһен комплекслы реконструкциялау мәсьәләһе ҡаралды.

Ул төҙөүселәр һәм ҡала властары тарафынан йылдан ашыу өйрәнелә. Атап әйткәндә, Ульяновтар урамынан Кремль урамына тиклем һәм Калинин – Ҡулса урамдары йүнәлешендә яңы торлаҡ комплексы төҙөү планлаштырыла. Был кварталда нигеҙҙә – ике ҡатлы йорттар.

“6-сы етештереү-төҙөлөш комплексы” компаниялар төркөмө етәксеһе Андрей Носковтың әйтеүенсә, торлаҡ фонды 703,59 мең квадрат метр тәшкил итәсәк. Әммә бының өсөн дөйөм майҙаны 86,83 мең квадрат метрлыҡ торлаҡ йорттарын һүтергә тура килә, уларҙа 4341 кеше йәшәй.

“Унда авария хәлендә тип табылған өйҙәр юҡ, шулай ҙа уҙған быуаттың ҡырҡынсы – илленсе йылдарында төҙөлгәндәр. Структураның бөтөнлөгөн һаҡлап, уны яҡшыртырға, реконструкцияларға теләйбеҙ”, – тине Андрей Носков.

Радий Хәбиров мәсьәләне ныҡлы өйрәнергә, кәрәк икән, федераль үҙәкте лә эшкә йәлеп итергә кәңәш бирҙе.


Вернуться назад