Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел...25.03.2019
Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел...
— 28 марттан республиканың барлыҡ муниципалитеттары ла “Инвестиция сәғәт”тәре үткәрә башлаясаҡ. Ә 16 майҙан иһә ултырыштар онлайн-режимға күсәсәк, — тине Радий Хәбиров. — Ваҡ эштәрҙән башлағыҙ. Төп бурыс – кеше һеҙгә йөҙ тапҡыр килеп йөрөмәһен. Ә беҙ был мәсьәләне бынан контролдә тотасаҡбыҙ, – тине ул.

Хакимиәт башлыҡтары эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеге “Инвестиция сәғәт”тәренең популярлығы менән да баһаланасаҡ, тине төбәк етәксеһе. Аҙна һайын бындай осрашыуҙар үткәреү шәхсән хакимиәт башлығы иңенә һалына.

– Һеҙҙән башҡа бер кемдең дә “Инвестиция сәғәте”н үткәрергә хоҡуғы юҡ. Иҡтисад буйынса урынбаҫар, йәки башҡа кемдер түгел, һеҙ генә. Әгәр командировкала икәнһегеҙ, инвесторҙар менән башҡа көндә осрашығыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Минең ышаныуымса, был сәғәттәр хакимиәт башлығының бизнес менән аралашыуының ябай, аңлайышлы һәм асыҡ юлы буласаҡ.


Вернуться назад