Хәҙер Ахунға барырға мөмкин23.03.2019
Учалы районында быға тиклем махсус мал һуйыу урындары икәү генә ине – ҡалала һәм Озерный ҡасабаһында. Алыҫ ауылдарҙа йәшәгәндәргә бында йөрөү ҙур мәшәҡәт тыуҙырҙы.

Республикала быйыл граждандарҙың башланғысы менән ауыл хужалығы ҡулланыусылары кооперативы төҙөгән осраҡта килемде арттырыусы проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса программа эш башланы. Был проекттарға 300 миллион һум аҡса бүленгән. Программаға ярашлы меңдән ашыу бәләкәй хужалыҡ грант яуланы.

Мәҫәлән, Ахун ауылынан Фазылйән Садиҡов ун кешенән торған кооператив төҙөп, программала мал һуйыу пункты асыу маҡсатында ҡатнашып, 1,7 миллион һум грант алыуға өлгәшкән.

Бина ветеринария-санитария талаптарының барыһына ла яуап бирә: һыуытҡыс, малды махсус һуйыу урыны, йөктө күтәреү механизмдары, һыу үткәргес, хеҙмәткәрҙәр өсөн йыуыныу бүлмәһе, душ бар. Ике кешегә эш урыны булдырылған.

– Мал хужаһы урындағы хакимиәттән һәм ветеринария участкаһынан белешмә алып килергә тейеш, – ти кооператив ағзалары. – Иттең нисек эшкәртелгәнен мал хужаһы ҡарап, күҙәтеп торасаҡ. Хеҙмәтләндереү хаҡы ла әллә ни ҡиммәт түгел.


Вернуться назад