Ҡайһы предприятиеларға ышаныс бағлайбыҙ?23.03.2019
“Айырым компанияларҙы – үҫеш драйверҙарын – һанап үтергә мөмкинме? Бөгөн Башҡортостан башҡа төбәктәрҙән ҡайһы яғы менән ҡеүәтлерәк? Һеҙ бигерәк тә нимәгә иҫәп тотаһығыҙ?” тигән һорауҙар бирелде республика етәксеһе Радий Хәбировҡа “Рәсәй 24” телеканалындағы интервьюла.

“Мин төбәгебеҙҙә генә түгел, тотош илдә билдәле предприятиеларҙы әйтеп үтер инем. Ул “Башнефть” – ҡеүәтле нефть химияһы компанияһы. Йәнә – Өфө моторҙар эшләү берекмәһе. Илдең хәрби-һауа көстәрен двигателдәр менән асылда беҙҙең ошо предприятие тәьмин итә”.

Республика етәксеһе әйтеүенсә, төбәгебеҙҙең башҡа ҡалаларында урынлашҡан ойошмаларға ла таянырға була. Мәҫәлән, Нефтекама автозаводы. Уның автобустары үҙебеҙҙә генә түгел, Татарстанда, Мәскәүҙә лә ҙур ихтыяж менән файҙалана.
Тағы ла – Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты, “Газпром нефтехим Салауат” һ.б.

“Ғөмүмән, был йәһәттән ғорурланырға урыныбыҙ бар. Әммә шуны ла оноторға ярамай: әлеге предприятиеларҙың күбеһен элекке быуындарыбыҙ төҙөгән. Һәм бөгөн беҙҙең бурыс – яңы производстволар булдырыу”, – тине Радий Хәбиров.


Вернуться назад