100 йыллыҡҡа – төп ун төҙөлөш22.03.2019

Оло байрам айҡанлы төбәктә 102 яңы объект төҙөлә. Был проект “Республиканың 100 йыллығына – 100 объект” тип атала. Гәзит биттәрендә был объекттарҙың барыһын да һанап сығыу мөмкин түгел. Улар иҫәбенә тиҫтәләгән мәктәп, поликлиника, дауахана, фельдшерлыҡ пункты инә. Бөгөн иң ҙур һәм иң әһәмиәтле ун төҙөлөш хаҡында һүҙ алып барасаҡбыҙ.
100 йыллыҡҡа –  төп ун төҙөлөш

Өфөлә – Ағиҙел ярында

Ике йылға араһында урынлашҡан Башҡортостандың баш ҡалаһында оҙаҡ йылдар яр буйы төҙөкләндерелмәне. Йәштәр йылға буйында үҙҙәренсә ял итергә тырышты, ҡуйы үлән, ҡыуаҡлыҡтар баҫҡан ярҙа күңел асты. Әммә тиҙҙән хәл тамырынан үҙгәрәсәк. 2015 йылда Өфөлә үткән ШОС һәм БРИКС саммиттарына ҡарата яр буйының тәүге сираты төҙөкләндерелде. Быйыл иһә Ағиҙел йылғаһында инженерлыҡ ҡоролмалары төҙөү һәм реконструкциялау буйынса ҙур эш тамамланырға тейеш. Салауат Юлаев һәйкәленән Ташлы кисеүгә тиклем иркен, күркәм яр буйлап рәхәтләнеп саф һауала йөрөү мөмкинлеге тыуасаҡ.


“Өфө” футбол клубы базаһы төҙөлөшө

Башҡортостандың баш ҡалаһы футбол буйынса донъя чемпионатында ҡатнаш­маясаҡ, тип кем әйтте? Юҡ, ошо ҙур байрамдан Өфө ситтә ҡалмаясаҡ. Баш ҡалабыҙ мундиалдә ҡатнашҡан командаларҙың береһен ҡабул итәсәк. Уны “Өфө” футбол клубының буласаҡ базаһында урынлаш­тырыуҙары ихтимал. Әйткәндәй, бында әле йыйылма команда күнекмәләре өсөн тәбиғи газон әҙерләнә. Донъя чемпионатынан һуң республиканың төп футбол командаһы ошонда күсәсәк.


Шүлгәнташ музей комплексы

Биләмәһендә үҙенсәлекле Шүлгәнташ мәмерйәһе урынлашыуы менән бәхетле Башҡортостан. Ер йөҙөнөң төрлө төбәктә­ренән меңдәрсә турист килергә әҙер беҙгә. Әммә мәмерйәләге боронғо һүрәттәрҙең бындай көсөргәнешлекте күтәрә алмау хәүефе бар. Шуға күрә төбәк власы ҙур туристик комплекс төҙөргә ҡарар итте. Ул барлыҡ һүрәттәре һәм артефакттары менән бергә мәмерйәнең күсермәһен үҙ эсенә аласаҡ. Шулай уҡ яңы юл һалыу ҙа ҡарала.


“Өфө” халыҡ-ара аэропортында эске рейстар терминалы реконструкциялана

ШОС һәм БРИКС саммиттарына “Өфө” аэропорты һиҙелерлек үҙгәргәйне. Сит илдә ял итеүҙе өҫтөн күргәндәр халыҡ-ара осоштар терминалындағы уңайлыҡтарҙы баһалап өлгөргәндер. Быйыл эске рейстар терминалы ла төҙөкләндереләсәк.

Әйткәндәй, эштең байтаҡ өлөшө былтыр көҙ тамамланғайны. Хәҙер “Өфө” аэропорты донъялағы иң ҙур самолеттарҙы ҡабул итә ала. Самолетҡа ултырыу һәм осош араһындағы ваҡыт бермә-бер ҡыҫҡарҙы. Аэропорттың реконструкцияһы быйыл тамамланырға тейеш.


Ҡамышлы урамындағы Спорт әҙерлеге үҙәге

Йәйге Халыҡ-ара балалар уйындары ярыштары үткәреләсәк объект төҙөлөшө быйыл тамамланырға тейеш. Башта бина паралимпия үҙәге булараҡ планлаш­тырылған. Үҙгәрештәр индерелгәндән һуң ул ысын мәғәнәһендә универсаль проектҡа әүерелде. Бында һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән спортсылар ҙа, балалар ҙа, өлкәндәр ҙә шөғөлләнә аласаҡ. Бинала бассейн, спорт залдары, дауалау-аяҡҡа баҫтырыу үҙәге, кейем алмаштырыу бүлмәләре, 200 урынлыҡ ҡунаҡхана, кафе буласаҡ.


Тимер юл вокзалын реконструкциялау

Аэропорт менән бер рәттән, тимер юл вокзалын да үҙгәрештәр көтә. Бында эш 2004 йылда уҡ башланғайны. Вокзалдың иҫке бинаһын күптәр хәтерләйҙер. Әле уны танырлыҡ та түгел: заманса бина, мәғлүмәт таблоһы, травалаторҙар, лифттар. Быйыл эште аҙағына еткереү күҙаллана. Платформаларҙы оҙайтасаҡтар, фасадты яңынан йөҙләйәсәктәр, касса залы ҙурайтыласаҡ.

Реконструкция тамамланғас, тимер юл вокзалы хеҙмәтләндереү сифаты буйынса Рәсәйҙәге иң ҙур ҡалалар менән бер кимәлгә сығасаҡ.


Республика онкодиспансерының хирургия комплексына төкәтмә

“100 объект” исемлегендә медицина учреждениелары байтаҡ. Иң ҙур проекттарҙың береһе – Октябрь проспектындағы онкология диспансерына төкәтмә. Бында дөйөм майҙаны 20 мең квадрат метрлыҡ, смена­һына 450 кешене ҡабул итеүгә һәм 240 койкаға иҫәпләнгән туғыҙ ҡатлы бина сафҡа инәсәк.

Бынан тыш, быйыл Өфөнөң Рихард Зорге урамында республика психотерапия үҙәге стационары бинаһын реконструкциялау тамамланасаҡ.

Туймазыла ҙур балалар поликлиникаһы төҙөлә

Башҡортостандың ҡала, ауылдарында республиканың юбилейы айҡанлы бик күп объекттар төҙөлә. Мәҫәлән, Туймазы халҡын ҙур балалар поликлиникаһы төҙөп ҡыуан­дырмаҡсылар. Ҡала халҡы төҙөлөштө махсус ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтә.

Стәрлетамаҡта 1225 урынлыҡ мәктәп һалына

Уҡыу йорто 5-се Көнбайыш биҫтәһендә урынлашасаҡ. Рөстәм Хәмитов, Башҡорт­останда балаларҙың барыһы ла бер сменала уҡырға тейеш, тип күп тапҡыр белдергәйне. Бының өсөн төбәккә яңы мәктәптәр кәрәк. Шуға күрә юбилей объекттары исемлегендә мәктәптәр һәм балалар баҡсалары өҫтөн­лөктө тәшкил итә.

Мостай Кәрим исемендәге мәҙәни үҙәк

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуған ере – Шишмә районының Келәш ауылында ҙур мәҙәни үҙәк төҙөлә. Быйыл бында ике юбилейҙы: шағирҙың тыуыуына 100 йыл тулыуҙы һәм республиканың 100 йыллығын байрам итеү күҙаллана.


Вернуться назад