Өҫтәлде байрам табындарын колбаса һәм колбаса ризыҡтарынан тыш күҙ алдына ла килтереп булмай. Тормош ҡайнап торған, ваҡыт етмәгән осорҙа өйҙәге кеүек әҙерләнгән ярымфабрикаттар көнкүрештә бик ҡулайлы. Тик бына уларҙың тәмлеһен, иң мөһиме – сифатлыһын табыу бөгөн еңелдән түгел. Ит урынына соя йәки химиялы башҡа ҡушылмалар тултырып һатыусылар ҙа байтаҡ бит хәҙер. Ошондай шарттарҙа үҙебеҙҙә, Башҡортостанда, етештерелгән ышаныслы тауарға өҫтөнлөк биреү кәрәк.
Бөгөн ошондай ойошмаларҙың береһе – Сибай ҡалаһында урынлашҡан “Башҡортостан колбасалары” ит комбинаты тураһында һүҙебеҙ. Предприятие 2009 йылда ойошторолған. Иң тәүҙә ни бары алты төр колбаса етештерелһә, ике йылдан 60-ҡа тиклем арта, бөгөн иһә бында 167 төр ит ризығы әҙерләп, һатыуға сығаралар. Әлеге мәлдә иһә “Башҡортостан колбасалары” республикала иң ҙур аҙыҡ-түлек сәнәғәте предприятиелары иҫәбендә.
Йыл һайын етештереү күләме арта бара. Сменаһына ғына 10 тонна тауар әҙерләнә. Предприятие хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең заманса ҡорамалдары менән ғорурлана. “Vemag”, “Schaller”, “Laska”, “MULTIVAC”, “Kilia”, “Handtmann”фирмалары ҡорамалдары тауарҙың ассортиментын киңәйтеүгә һәм сифатты яҡшыртыуға булышлыҡ итә.
Әлеге мәлдә бында 200 кеше эшләй. Уларҙың күпселеге – тәжрибәле һәм оҫта белгестәр, оҙаҡ йылдар ошо предприятиела хеҙмәт итәләр. Етештерелгән аҙыҡ-түлеккә килгәндә, ул бихисап: тәбиғи һәм яһалма тышлыҡҡа төрөлгән ыҫланған, бешерелгән колбаса, сосиска һәм сарделькалар.
Башта әйтеп кителеүенсә, бында әле 167 төр ризыҡ етештерелә. Уларҙың 113-ө – колбаса, 27-һе – сосиска һәм сарделькалар. Шулай уҡ ҡош, сусҡа һәм йылҡы итенән деликатестар, шашлыҡтар, купаттар, аш өсөн йыйылмалар, тултырмалар ҙа яһайҙар бында.
ГОСТ-ҡа ярашлы эшләнгән “Молочная”, “Доктор”, “Рус” колбасалары, “Сибай” һәм “Краков” сервелаты, “Һөтлө” сосискаларын халыҡ бик ярата, һәм улар һәр ваҡыт ҙур һорау менән файҙалана. Урындағы халыҡ иһә “Сибай” сервелатына айырыуса ҙур өҫтөнлөк бирә. Ул, бер яҡтан, бик тәмле булһа, икенсенән, исеме өсөн дә үҙ итәләр икән.
Итте комбинат Рәсәй етештереүселәренән һатып ала: башлыса Башҡортостандан, шулай уҡ Екатеринбург һәм Силәбенән. Уларҙың сифатына шулай уҡ даими иғтибар бирәләр, тикшерелгән урындарҙан ғына алалар.
Бында ит ризыҡтары ГОСТ, ТУ һәм СТО стандарттары буйынса етештерелә һәм барлыҡ техник талаптарға яуап бирә. Шулай уҡ “Башҡортостан колбасалары”нда ХАССП халыҡ-ара менеджмент системаһы индерелгән һәм әле лә ғәмәлдә. Ул Европа илдәре, АҠШ, Канада, Австралия һәм башҡа үҫешкән илдәрҙең аҙыҡ-түлек предприятиелары өсөн мотлаҡ. Системаның мәғәнәһен һәм асылын аңлатыу оҙаҡ, ябайлаштырып әйткәндә, аҙыҡ-түлекте етештереүҙең барлыҡ технологик һәм етештереү процесы энәһенән-ебенә тиклем анализлана. Барлыҡ мөмкин булған хәүеф асыҡлана һәм етешһеҙлектәр бөтөрөлә. Был системала иң мөһиме – хәүефһеҙлек. Тимәк, беҙҙең ҡулланыусыларҙың хәүефһеҙ һәм сифатлы туҡланыуы хаҡында хәстәрлек күрелә.
Тауарҙы һатыуҙы предприятие үҙе ойоштора. Бының өсөн таратыу бүлеге булдырылған, һатыу аралашсыларһыҙ алып барыла. Уларҙың сифатлы, тәмле колбасаларын Өфө, Сибай, Бәләбәй, Белорет, Баймаҡ, Силәбе, Магнитогорск ҡалалары, Хәйбулла, Баймаҡ, Йылайыр, Белорет райондары, Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл районы, Пермь крайы һәм башҡа төбәктәрҙә йәшәгән халыҡ алып ҡыуана. Шулай уҡ “Магнит”, “Байрам”, “Полушка” кеүек эре сауҙа селтәрҙәрендә лә Сибайҙағы ит комбинаты тауарын һатып алырға була.
Бында етештерелгән тауарҙың юғары сифатлы, тәмле булыуы хаҡында бер нисә тапҡыр телгә алдыҡ. Ысынлап та, был буш һүҙҙәр түгел. Үҙҙәренең баҙарҙа яҡшыларҙың береһе икәнлеген уларҙың күп һанлы конкурстарҙа еңеүе, дипломдары һәм миҙалдары дәлилләй. Волга буйы федераль округының иң билдәле предприятиелары: “УМКК”, “Фабрика качества”, “САВА”, “Таврия” кеүек ойошмалар менән конкурста бер рәттән ҡатнашалар һәм йыл һайын дүрт-алты миҙал яулап ҡайталар. Еңеү яулаған номинациялар һәр саҡ тиерлек тауарҙың “тығыҙлығына”, хуш еҫенә, тәменә бәйле. Шул уҡ ваҡытта миҙалдарҙың кәм тигәндә өсәүһе алтын икән. Минеңсә, был күпте һөйләй.
100 йыл эсендә...
Башҡортостан – Рәсәйҙәге иң ҡеүәтле төбәктәрҙең береһе. Был бер кемгә лә сер түгел. Әлегә былтырғы йылдың тәүге яртыһы йомғаҡтары аныҡ билдәле: сәнәғәт етештереүе күләме беҙҙә артҡан, сауҙа әйләнеше йәнләнә төшкән, һөҙөмтәлә реаль һәм номиналь эш хаҡтары күтәрелгән, инфляция кәмегән.
Беҙҙең республиканың иҡтисади ҡеүәтен биш төп шарт билдәләй:
* файҙалы ҡаҙылма байлыҡ күләменең ҙур булыуы. Улар иҫәбенә нефть, газ, күмер, ҡара һәм төҫлө металл рудалары, аҫыл һәм биҙәү таштары инә;
* урман байлығы. Ағас менән ҡапланған майҙан биш миллион гектарҙан аша;
* ер фонды. Был күрһәткес 14 миллион гектарҙан ашыу, ә ауыл хужалығы биләмәләре ете миллион гектар тәшкил итә;
* һыу байлығы. Беҙҙә дөйөм оҙонлоғо 57 мең километр булған 13 мең йылға, дөйөм майҙаны 427 квадрат километр булған 2 700 күл һәм һыу һаҡлағыс бар;
* Урал тауҙары, шифалы шишмәләр “Янғантау”, “Яҡтыкүл”, “Йоматау” кеүек ҙур дауалау үҙәктәре һәм турист селтәре булдырыу мөмкинлеге бирә.
Республиканың сәнәғәт комплексы ла һәр саҡ алдынғылар рәтендә булды, уның “Башнефть”, Өфө моторҙар берекмәһе, “НефАЗ”, “Полиэф”, Белорет металлургия комбинаты, “Өфөнефтехим”, “Салауатнефтеоргсинтез” кеүек предприятиелары бөтә донъяға билдәле. Уларҙың республика ҡаҙнаһын тултырыуға индергән өлөшө лә ҙур.
Төҙөлөш тармағы ла илдәге иң ҡеүәтле һәм ҙур күләмле булыуы менән танылған. Быйыл ғинуарҙа ғына ла, мәҫәлән, бөтә төр финанс сығанаҡтары иҫәбенә 151,5 мең квадрат метр торлаҡ төҙөп тапшырылған, үткән йылдың шул уҡ осорона ҡарата был 152 процент тәшкил итә. Транспорттағы йөк әйләнеше һуңғы ун йылда ике тапҡырға тиерлек артҡан.
Урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ та төбәктә тотороҡло үҫә бара. Бәләкәй һәм урта бизнестың (шәхси эшҡыуарҙарҙы ла индереп) тауар әйләнеше буйынса беҙҙең республика Рәсәйҙә туғыҙынсы урынға күтәрелде.
Бөтә был шарттар социаль һәм етештереү объекттары төҙөүҙе лә тиҙләтә. Башҡортостандың 100 йыллығына ҡарата дөйөм хаҡы 40 миллиард һумдан ашасаҡ 106 объект төҙөлөүе үҙе үк Башҡортостандың иҡтисади ҡеүәте көслө булыуын раҫлай.