Бөгөн Иглин районында тәүге “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда муниципалитет биләмәһендә тормошҡа ашырыу күҙалланған өс проект тикшерелде.
Проекттарҙың барыһы ла төҙөлөшкә ҡағыла. Беренсеһе – Иглин ауылында күп функциялы үҙәк, икенсеһе – һөт эшкәртеү һәм сыр етештереү цехы, өсөнсөһө иһә – Ҡалтыман ауыл биләмәһендә транспортлы агрологистика үҙәге. Осрашыуҙа инвесторҙар ер биләмәләрен дөрөҫ һәм законлы рәсмиләштереү мәсьәләһен күтәрҙе.
Муниципаль “Инвестиция сәғәт”тәре, төбәк етәксеһенең күрһәтмәһенә ярашлы, кесаҙна һайын үткәреләсәк.
\