Таныш һөт ризыҡтары йәнә магазинға сығасаҡ21.03.2019
Башҡортостандың Арбитраж суды һалым хеҙмәтенең “Саҡмағош һөт заводы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең бөлгөнлөккә төшөүен таныу тураһындағы ғаризаһын кире ҡаҡты. Суд ҡарарында компанияның бөтә бурыстарын да түләп бөтөүе хаҡында әйтелә.

“Саҡмағош һөт заводы” республика менән Баҡалы районы биләмәһендә 10 мең баш һыйырға иҫәпләнгән һөтсөлөк фермаһы төҙөү тураһындағы инвестиция килешеүенә ҡул ҡуйған “Башмилк” агрохолдингына инә. “Край курая” бренды аҫтында сауҙа кәштәләрендә ҙур ғына урынды биләгән һөт ризыҡтарын барыбыҙ ҙа яҡшы хәтерләйбеҙ. Тимәк, улар яңынан баҙарҙа үҙ урынын аласаҡ.

Планлаштырылған инвестиция күләме — 9—12 миллиард һум, проект 2020—2022 йылдарҙа тормошҡа ашырыласаҡ. 300 кешегә эш урыны булдырыласаҡ.





Вернуться назад