Башҡортостанда “Көньяҡ-көнсығыш райондар-2012” инвестиция форумы үҙ эшен йомғаҡланы. Ике көнлөк төбәк-ара сарала ҡатнашыусылар аҙаҡ һабантуйҙы ҡараны.
Баймаҡ районындағы Граф күле буйында ойошторолған халыҡ байрамында республика Президенты Рөстәм Хәмитов, дәүләт эшмәкәрҙәре, эшҡыуарҙар, ғалимдар, йәмәғәтселек вәкилдәре, журналистар ҡатнашты. Сараға башҡа төбәктәрҙән дә вәкилдәр килгәйне.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов хужалыҡтарҙың тирмәләрен, милли көрәш ярышын ҡараны, шулай уҡ район эшсәндәренә дәүләт наградалары тапшырҙы.
— Бөгөн Баймаҡ ерендә оло байрам — һабантуй! Тырышлыҡ һөҙөмтәһендә һабан эштәрен бөтөрҙөк тип әйтергә була. Мәскәүҙән, Силәбе, Дондағы Ростов һәм башҡа ҡалаларҙан күп ҡунаҡтар килгән. Барығыҙҙы ла ошо күркәм байрам менән ихлас ҡотларға теләйем. Был — ысын халыҡ байрамы. Ул — беҙҙең өсөн, кешеләр өсөн. Беҙ крәҫтиәнгә еңел булмаған хеҙмәтендә аҡса менән дә, ресурстар менән дә ярҙам итергә тырышабыҙ. Әммә халҡыбыҙға булған һөйөү, йәмғиәтебеҙ файҙаһына эшләү — иң мөһиме. Баймаҡ — Башҡортостанда иң ҙур һәм перспективалы район. Бында барлыҡ иҡтисади күрһәткестәр ҙә яҡшы. Сәнәғәт етештереүе, ауыл хужалығында уңыштар бар. Быларҙың барыһы ла беҙгә өҫтәмә көс, үҫеш өсөн тулы мөмкинлек бирә, — тине республика башлығы.
Хәбәр итеүебеҙсә, Сибайҙа форум 8 июндә башланғайны. Уның төп маҡсаты — Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышына инвесторҙар йәлеп итеү. Был иһә яңы эш урындары булдырыуға булышлыҡ итәсәк, урындағы халыҡтың күпләп ситкә китеүенә сик ҡуясаҡ.
Эш программаһына ярашлы пленар ултырыш, “түңәрәк өҫтәл”дәр үтте. Ошонда уҡ Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Инвестиция шарттарын яҡшыртыу буйынса йәмәғәт советының өсөнсө ултырышы булды.
Дөйөм алғанда, форумда 400-гә яҡын кеше ҡатнашты. Ойоштороусылар — Башҡортостан Хөкүмәте, Яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса стратегик башланғыстар агентлығы, “Эшлекле Рәсәй” йәмәғәт ойошмаһы һәм республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы уны хәҙер йыл һайын үткәрергә ниәтләй.
Г. ИШЕМҒОЛОВА.