Һөт фабрика-кухняһы эш башлай20.03.2019
Республиканың Сауҙа буйынса дәүләт комитеты Өфө туҡланыу һәм сервис колледжының Стәрлетамаҡ филиалында балалар өсөн һөт фабрика-кухняһы булдырыу буйынса пилот проектын тормошҡа ашыра башлаған.

Филиал мөдире Ольга Мироненко әйтеүенсә, бында тәүлегенә 15 самаһы төрҙәге тәбиғи һөт аҙыҡтары етештереләсәк, айына – 1,5 миллиондан ашыу өлөш. Һөҙөмтәлә сифатлы аҙыҡ менән социаль йәһәттән аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге өс йәшкә тиклемге 1400, коммерция нигеҙендә 11 меңдән ашыу баланы тәьмин итеү мөмкинлеге асыласаҡ. Проект Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, Мәләүез ҡалаларын үҙ эсенә аласаҡ.


Республиканың Сауҙа буйынса дәүләт комитеты бүлеге етәксеһе урынбаҫары Светлана Ачакеева әйтеүенсә, ошондай һөт кухняларын Нефтекама, Октябрьский, Сибай, Белорет ҡалаларында ла булдырыу планлаштырыла.

“Был бик яҡшы проект. Сифатлы һөт аҙыҡтары менән ташламаға хоҡуҡлы кешеләрҙе генә тәьмин итеп ҡалмайынса, баҙарға ла сыға алырһығыҙ тип ышанам. Һеҙҙең алда уңайлы таратыу системаһын булдырыу мәсьәләһе лә тора”, – тине осрашыуҙа республика етәксеһе Радий Хәбиров. Был проектты тормошҡа ашырыу өсөн Башҡортостан ҡаҙнаһынан 19 миллион һум бүленгән. Аҡса ҡорамал, продукцияны ташыуға транспорт алыуға, капиталь ремонт эшләүгә тотонолған.


Вернуться назад