Ғәли Хәйретдинов, Салауат районы хакимиәте башлығы: “Яҡты өмөт уянды”13.06.2012
Ғәли Хәйретдинов, Салауат районы хакимиәте башлығы: “Яҡты өмөт уянды”Республика халҡы, ҡунаҡтар беҙҙең райондың гүзәллегенә һоҡланып бөтә алмай. Ысынлап та, төбәгебеҙ тәбиғәттең хозур мөйөшөндә урынлашҡан. Йүрүҙән, Әй йылғалары нәҡ беҙҙән аға, Күҫәләр көкөрт-водород сығанағы, Ҡорғаҙаҡ шишмәһе, Лаҡлы мәмерйәһе тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән. Боксит ятҡылығы, эзбизташ, цемент балсығы, балсыҡҡа ҡушыла торған ләм, ҡом-ҡырсынташ ҡатнашмаһы, агрономик руда, торф кеүек ҡаҙылма байлыҡтар ҙа бар.

Шулай ҙа төньяҡ-көнсығыш райондар республикабыҙҙың башҡа төбәктәренән сәнәғәт, социаль-иҡтисади үҫеш йәһәтенән артта ҡалышып килде. Өҫтәүенә ҡырыҫ тәбиғәт шарттары ла үҫемлекселек менән уңышлы шөғөлләнергә форсат бирмәй. Яҙ һуңлап килә, көтөлмәгән ҡырауҙар, һалҡындар барлыҡ өмөттө селпәрәмә килтергән саҡтар ҙа булды. Беҙҙең төбәк иҡтисады башлыса сеймал етештереүгә ҡайтып ҡалды: ит, иген, тире, йөн һәм башҡа тауар күрше республикаларға, Свердловск, Силәбе өлкәләренә йәки башҡа төбәктәргә оҙатылды. Сәнәғәт тармағы үҫешә алмағас, эш урындары аҙ булды, һөҙөмтәлә халыҡ күпләп ситкә ағылды. Шуға ла Хөкүмәтебеҙ кимәлендә ҡабул ителгән 2011 – 2015 йылдарға Төньяҡ-көнсығыш райондарҙы социаль-иҡтисади үҫтереүҙең урта сроклы комплекслы программаһын шатланып ҡабул иттек.
Бөгөн төньяҡ-көнсығыш, ысынлап та, дәүләт ярҙамына мохтаж, сөнки төбәктә кисекмәҫтән хәл итәһе мәсьәләләр бихисап.
Программаға ярашлы, ауыл хужалығын үҫтереү һәм продукция эшкәртеү технологияларын ғәмәлгә индереү үҫештең төп йүнәлештәренә әүерелергә тейеш. Бынан тыш, шифахана-курорт системаһын һәм туризмды үҫтереүгә инвестиция йәлеп итеүҙе арттырырға кәрәклеге хаҡында әйтелә. Инфраструктураны яҡшыртыу, ерҙе файҙаланыуҙың һөҙөмтәлелеген арттырыу, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн шарттар булдырыу зарурлығына ла айырым баҫым яһала.
Республикабыҙ Президенты Рөстәм Хәмитов БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә: “Власть асыҡ булырға тейеш. Беҙгә власть вәкилдәре хаҡында халыҡтан йыраҡ торған, үҙ мәнфәғәтен генә ҡайғыртҡан ришүәтсе бюрократтар кеүек фекерҙе юҡҡа сығарыу зарур. Быны эшләү еңел түгел. Әммә шунһыҙ, халыҡты үҙебеҙҙең фекерҙәштәребеҙгә әүерелдермәй тороп, ҡуйылған маҡсаттарҙың береһенә лә өлгәшә алмаясаҡбыҙ”, – тине. Беҙ быны хәтерҙән сығармайбыҙ. Хакимиәттә оператив кәңәшмәләр, халыҡ менән осрашыуҙар йыш үткәрелә. Унда ауыл биләмәләрен борсоған проблемалар, учреждениелар һәм ойошмаларҙың етештереү, сауҙа, төҙөлөш, ер реформаһы, медицина хеҙмәтләндереүе кеүек мәсьәләләр ҡарала. Әлбиттә, быларҙың береһе лә эҙемтәһеҙ ҡалмай һәм күп мәсьәләләрҙе ваҡытында асыҡларға, хәл итергә булышлыҡ итә.
Социаль сәйәсәт өлкәһендә, әлбиттә, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып ҡала.
Кеше өсөн иң ҡиммәте сәләмәтлек икәнлеген әйтеп тороу кәрәкмәй. Былтыр һаулыҡ һаҡлау системаһы үҫеше буйынса Республика советының күсмә ултырышы беҙҙең районда үтте. Ҙур әҙерлек эше алып барылды. Үҙәк дауаханаһына ҡорамалдар ҡайтарыу, уның тирә-яғын төҙөкләндереү өсөн — 123 миллион, юлдарҙы ремонтлауға 10 миллион һум аҡса тотонолдо.
Районда башлыса ауыл хужалығы ойошмалары, эшкәртеү предприятиелары урынлашҡан. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙең район өсөн үтә мөһим булыуын әйтеп тораһы түгел. Был, үҙ сиратында, ҡаҙнаны тулыландырыуҙа мөһим роль уйнай, эшһеҙлектең кәмеүенә булышлыҡ итә. Халыҡтың аңы үҙгәреүе, заманға яраҡлаша барыуы, иркен йәшәргә тырышыуы, әүҙемлеге һөйөндөрә. Күпләп мал тоталар. Ҡоролоҡло йылдарҙа ла уның һаны кәмемәне. Күптәр үҙенең эшен асырға тырыша, бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ихлас тотоналар. Умартасылыҡтың табышлы булыуын көндән-көн нығыраҡ аңлай халыҡ. Шуға ла бөгөн бал ҡорто тотоусылар артҡандан-арта. Ауыл хужалығы продукцияһы етештереү предприятиеларының асылыуы – ҡыуаныслы күренеш. Эшҡыуарҙар менән эшләүҙең былтырғы һөҙөмтәләре буйынса республикала икенсе урынға сығыуыбыҙ күп нәмә тураһында һөйләй. Әле бөйөк батырыбыҙ Салауат Юлаевтың эҙҙәре буйлап туризм маршруты асыу йүнәлешендә эш алып барыла. Уй-ниәт тормошҡа ашһа, был да район иҡтисадын күтәреүгә булышлыҡ итәсәк.
Бөгөн Салауат районын “Янғантау” шифаханаһынан башҡа күҙ алдына килтереп булмай. Ул – район ҡаҙнаһын тулыландырыусы төп ойошма. Бында 1600-ҙән ашыу кеше эшләй. Күрше-тирә ауылдарҙа йәшәгән хеҙмәткәрҙәрҙе автобус менән йөрөтәләр. Йәнә урындағы халыҡ үҫтергән, экологик яҡтан таҙа йәшелсә-емеште, ит аҙығын һатып алыуға ҙур иғтибар бирәләр, үҙҙәренең теплицаһы бар.
Районда торлаҡ күпләп төҙөлә. Халыҡ хәҙер шәхси йорт һалыуға нығыраҡ иғтибар итә. Демографик хәл ыңғай. Быйыл ғына алтмыш сабый донъяға килде. Былар барыһы халыҡтың киләсәккә ҙур өмөт менән йәшәүе хаҡында һөйләй. Йыл һайын бер мәктәп яңыртыла. Яхъя ауылында мәктәп, район үҙәгендә, Лаҡлыла балалар баҡсаһы төҙөү күҙ уңында тотола. Былтыр әсәлек капиталына бирелгән сертификат ярҙамында 523 ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртты.
Әлбиттә, районыбыҙҙы артабан үҫтереү йәһәтенән ҙур ниәттәр менән йәшәйбеҙ. Ауылдарға газ үткәреү, урамдарҙы яҡтыртыу буйынса ла алда ҙур эш тора.
Былтыр йөҙҙән ашыу баш тоҡомло һыйыр малы, байтаҡ ауыл хужалығы техникаһы һатып алынды, ҡуралар төҙөкләндерелде, “Төньяҡ-көнсығыш” МТС-ының филиалы төҙөлдө.
Һуңғы йылдарҙа районыбыҙҙың күп предприятиелары етештереү һәм инвестициялар күләмен арттырҙы. Шулай ҙа өлгәшелгәндәр менән генә хушһынып ултырырға ярамай. Алға ҡарап йәшәргә тейешлегебеҙҙе яҡшы аңлайбыҙ. Бының өсөн яңы һулыш, яңы уй-фекерҙәр кәрәк. Һуңғы осорҙа төбәктә ит һәм һөт етештереүҙе арттырыу, ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү, тире иләүгә йүнәлтелгән ҙур инвестиция проекттары планлаштырыла. Был программаны тормошҡа ашырыу районыбыҙҙың социаль һәм иҡтисади үҫешенә, халыҡтың тормошон яҡшыртыуға мөмкинлек бирер тип ышанабыҙ.
И. ХАҠОВ яҙып алды.


Вернуться назад